УРЫНДЫҠЛЫ БАЛА САҒЫМ... (на стихи Марьям Закирьяновой)
Folk ballad with Bashkir traditional instruments, 70 BPM, minor key with modal shifts. Male and female vocals in harmony, deep and resonant timbre. Instrumentation: Dombra (melodic lines and drones). Kurai (haunting melodies, breathy tone). Daf (soft hand drum for pulse). Throat singing (low background drones). Mood: nostalgic, ancestral memory, connection to roots. Vocal delivery: solemn and heartfelt, with

Lyrics
Урындыҡта беҙ бит яралғанбыҙ
Тулғаҡ тотоп, илап тыуғанбыҙ
Кендек ҡаны урындыҡҡа тамған
Күкрәк һөтөн шунда имгәнбеҙ...
Ун биш таҡта ғына - шул урындыҡ
Әҙәм итте беҙҙе, ашатты...
Уйынын да шунда уйнатты ул
Йоҡоһон да шунда йоҡлатты...
Икмәген дә баҫты әсәй шунда
Туҡмасын да йәйҙе, ҡырҡты ла...
Бәпәй туйы, аят ашы үтте
Хатта олатайҙың ҡырҡы ла...
Йома мәжлестәре шунда үтте
Аҙан әйтеп, уҡып әкбәрен...
Ашъяулыҡтар йәйеп, самауырҙан
Өләсәйҙәр эсте сәхәрен...
Никах уҡынылар урындыҡта
Йәрәштеләр йәштәр түшәктә...
Итәк тулы бала үҫте аунап
Карауат та булды, бишек тә...
Яҙ сығара ине ҡаҙҙар бәпкә
Оя ҡороп аҫта, ҡамшауҙа
Көҙ байлығы шунда тәгәрәне
Йәтеш ине, ҡышҡы сатлауҙа...
Тирә яғы арҡыры, буй юрған
Уртаһында һуҡҡан турпыша
Бала саҡтың ҡайтмаҫ хәтирәһен
Иҫләйһең дә, күңел тулыша...
Төрлө сағы уның, шатлығы ла
Хәсрәте лә хатта булғандыр...
Ата-әсәйле бала саҡтар ошо
Урындыҡта ятып ҡалғандыр...
Урындыҡта ятып ҡалғандыр...